Фольклорные традиции в творчестве Г.Кутуевой

Автор: Пользователь скрыл имя, 27 Октября 2013 в 18:48, курсовая работа

Описание работы

Бик боронғо һәм үҙенсәлекле телебеҙ гәүһәрҙәренең сағылышы булған мәҡәлдәр, әйтемдәр, риүәйәттәр, легендалар, әкиәттәр, йомаҡтар һәм башҡалар бик боронғо ваҡыттарҙан уҡ халҡыбыҙ телендә урын алған. Был курс эшендә беҙ Г. Ҡотоева ижадында фольклор жанрҙарының художестволы сағылышын ҡарайбыҙ.
Фольклор - (инглизсә-халыҡ, кеше һәм аң, белем, ғилем) ул хеҙмәт халҡының быуаттар буйы туплана килгән тормош тәжрибәһен, уның фәлсәфәүи һәм эстетик ҡараштарын сағылдырған музыкаль-поэтик мираҫы. «Фольклор атамаһы үткән быуатта инглиз теленән инеп, фәндә ныҡлы урын алып китә. Һәр халыҡта ул халыҡ ижады атамаһына синоним булып йыш ҡулланыла», - тиелә күренекле ғалим, академик Ғ. Б. Хөсәйеновтың «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлегендә»

Работа содержит 1 файл

Гөлназ Ҡотоева.docx

— 68.27 Кб (Скачать)

ИНЕШ

 

Һүҙ сәнғәте кешелектең, айырым халыҡтың теле, образлы фекерләү һәләтлеге, рухи доньяһы менән бергә  тыуған. Шуға күрә лә ул, һынлы сәнғәт, йыр-бейеү менән берлектә, художестволы мәҙәниәттең бүтән төрҙәренән боронғораҡ, байыраҡ, күп яҡлыраҡ, тәжрибәлерәк.

Бик боронғо һәм үҙенсәлекле  телебеҙ гәүһәрҙәренең сағылышы булған мәҡәлдәр, әйтемдәр, риүәйәттәр, легендалар, әкиәттәр, йомаҡтар һәм  башҡалар  бик боронғо ваҡыттарҙан  уҡ халҡыбыҙ телендә урын алған.  Был курс эшендә беҙ Г. Ҡотоева ижадында фольклор жанрҙарының художестволы сағылышын ҡарайбыҙ.

Фольклор - (инглизсә-халыҡ, кеше һәм аң, белем, ғилем) ул хеҙмәт халҡының быуаттар буйы туплана килгән тормош тәжрибәһен, уның фәлсәфәүи һәм эстетик ҡараштарын сағылдырған музыкаль-поэтик мираҫы. «Фольклор атамаһы үткән быуатта инглиз теленән инеп, фәндә ныҡлы урын алып китә.  Һәр халыҡта ул халыҡ ижады атамаһына синоним булып йыш ҡулланыла», - тиелә күренекле ғалим, академик Ғ. Б. Хөсәйеновтың «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлегендә»

Фольклор термины  1846 йылда инглиз ғалимы Уильям Джон Томпсон тарафынан уйлап сығарылған. Фольклор (инглизса-халыҡ, Кеше һәм аң, белем, ғилем) ул хеҙмәт халҡының быуаттар буйы туплана килгән тормош тәжрибәһен, уның фәлсәфәүи һәм эстетик ҡараштарын сағылдырған музыкаль поэтик мираҫы. Фольклор үҙенең тәбиғәте менән художестволы ижадтың, сәнғәттең, фән элементтарының төрлө төрҙәрен үҙендә туплаған ҡатмарлы синкретик ижад төрө. Унда халыҡтың тарихы ла, теле лә, әҙәбиәте лә, музыкаһы ла, медицинаһы ла, географияһы ла, һынлы сәнғәте лә, музыкаһы ла, педагогикаһы ла, фәлсәфәһе лә тупланған. Башҡорт халыҡ ижадының жанрҙары бик бай: ҡобайырҙар, ҡарыһүҙҙәр (мифтар), йырҙар, бәйеттәр, таҡмаҡтар, йомаҡтар, әйтештәр, әйтемдәр, мәҡәлдәр, һамаҡтар, йола поэзияһы, легендалар, риүәйәттәр, әкиәттәр, көләмәстәр, хикәйәттәр һәм башҡалар.1

Бына шуға күрә лә борон аҡһаҡалдар һүҙен тыңлауы, сәсәндәр телен өйрәнеүгә, йолаларҙы  үҙләштереүгә ҙур урын бирелгән. Дөрөҫөрәге, былар барыһы ла йәш быуын өсөн яҙылмаған ҡанундар дәрәжәһендә  булған. Ошо күренеш ҡобайырҙарың береһендә былай сағылған:

 

Тыңлағыҙ, һеҙ, йәмәғәт,

Боронғоларҙан аманат.

Уға ҡылһағыҙ хыянат,

                                  Һеҙгә булыр яманат.2

 

Зиһененә  халыҡ аҡылын һеңдергән Кеше үҙенә, үҙенең эске көсөнә ышана. Үҙенә ышанған  Кеше ауырлыҡ осрағанда аптырап, билдәһеҙлек алдында юғалып ҡалмаҫ.

Халыҡ аҡылына таянған кешенең күңеле көр була. Күңеле көр Кеше ниндәй ҡаршылыҡ алдында ла баҙап ҡалмай, фәҡәт еңеренә ышана һәм ынтыла.

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең  тамырҙары боронғо дәүерҙәргә - ҡисса, эпос, дастандарға барып тоташа һәм ысынбарлыҡты художестволы сағылдырыуҙың бик оҙон эволюция юлын үтә. «Фольклор атамаһы үткән быуатта инглиз теленән инеп, фәндә ныҡлы урын алып китә.  Һәр халыҡта ул халыҡ ижады атамаһына синоним булып йыш ҡулланыла», 3- ти  күренекле ғалим, академик Ғ. Ғ. Хөсәйенов. Быуаттан быуатҡа, йылдан йылға һан яғынан да, ижади сифат яғынан да үҫеп, камиллашып беҙҙең әҙәбиәтебеҙ ХХ – ХХI быуаттарға ла аяҡ баҫа. Ижтимағи тормошобоҙҙағы үҙгәреш- яңырыуҙар, кешеләрҙең рухи үҫешендәге һынылыш әҙәбиәттең бөтә төрҙәрендә лә берҙәй сағылыш таба. Әҫәрҙәрҙә был үҙгәреш-яңырыуҙар беренсе сиратта уларҙың идея-эстетик йөкмәткеһендә күҙгә ташлана. Әҙиптәр кеше тормошоноң асылына, эске мәғәнәһенә тәрәнерәк үтеп инергә ынтыла.

Теманың актуаллеге Г.Ҡотоева ижадында халыҡ традициялары ҡулланылышын элеге ваҡытта өйрәнеүселәр юҡ. Шуға күрә, һәм халыҡ ижады быуындан -  быуынға күсерелеп бара торған оло хазина булғанға, был тема үҙенең актуаллеген һис тә юғалтмаясаҡ.

Курс эшенең маҡсаты булып Г.Ҡотоева ижадында башҡорт халыҡ  традицияларын асыҡлау, был өлкәлә белемде арттырыу, тәрәнәйтеү.

Маҡсатҡа ярашлы рәүештә ғилми эшебеҙҙең бурыстары:

  1. Г. Ҡотоева шиғырҙарында афористик жанр төрҙәрен табып билдәләргә, уларҙың әһәмиәтен асыҡларға.
  2. Беҙ өйрәнгән авторҙың әҫәрҙәрендә осраған легенда, йыр, бәйет, әйтеш жанрҙарының ҡулланылышын билдәләргә.
  3. Фольклор жанрҙары  нескәлектәрен, Г. Ҡотоева ижадында сағылышын тикшереү.

  Беҙҙең тикшереүҙең объекты һәм предметы  итеп Г.Ҡотоева шиғырҙары алынды.

Тикшеренеүҙең методологик нигеҙе булып халыҡ ижады жанрҙарының сағылышын өйрәнеүсе ғалимдар Ғайса Хөсәйенов, Салауат Галин, Фәнүзә Нәҙершина, Розалиә Солтангәрәева хеҙмәттәрен өйрәндек.

             Курс эшенең структураһы : ғилми эш инештән, 2 бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

 

 

I Г. Ҡотоева ижадына байҡау

                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                            Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева Әбйәлил районы Ишҡол ауылында

1974 йылдың 1 ғинуарында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Башкортостан «Китап» нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

1999 йылда Сибай төбәк Яҙыусылар ойошмаһына әҙәби консультант булып эшкә күсә, әле ойошма етәксеһе.  “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһында бүлек мөхәррире.

Гөлназ  Ҡотоеваның «Сәскә булып атайым»  (1995), «Ай ҡапкаһы» (1998), “Һағынырмын ямғыр елен” шиғыр китаптары авторы. 2000 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Г. Ҡолһарина әйтеүенсә, “Настоящий талант не ходит в подмастерьях, сразу становится мастером, с первых стихотворений Гульназ Кутуевой стало ясно — явился мастер. Мастер, способный в 17 лет создавать лучезарный мост из чувства и мысли. В ее стихах — философия мысли: такая близкая и безмерно глубокая. Земля, Вода, Огонь и Воздух подчинились перу молодой поэтессы, как когда-то подчинились Бабичу.” 4

Гөлназ Ҡотоева — егәрле кеше: «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе. БДУ-ла уҡытып та йөрөй. Ынтылышлы йәшәй. XXI быуаттың башҡорт шиғриәте унын тиҫтерҙәренең йөрәк көсөнә, аҡылы һәм намыҫына бәйле буласаҡ.

Гөлназ Ҡотоеванын шиғриәт даирәһе —уның үҙенең күңеле һәм шул донъялағы шатлыҡ, һағыш, бәхеттәр. Һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙлыҡ ҡорона ингән шағирҙың ике тейендең уйнауына һоҡланыуында моңһоулыҡ та шәйләнмәй түгел. Бында төпкә йәшерелгән, эске аң кимәлендәге әсәлек тойғоһон да танымау мөмкин түгел. Һүҙ ябай күҙгә һәм ҡолаҡҡа тәбиғәт манзараһы хаҡында ғына кеүек.

Тик шиғырҙың лирик  героиняһы, шулай ҙа, серен дә аса  биреп ҡуя түгелме?

Ялт-йолт ҡына итте күз алдым, —

Бер-береһен уҙып уйнағанда

                          Ике сабый, ике ҡыян тейен,

                         Мин өндәшмәй генә түҙә алдым...5

(“Ялт-йолт ҡына итте күз алдым”)

Әйтерең бармы, ҡатын-ҡыҙҙың ишле, кәм тигәндә ярышып уйнарлыҡ ике бала әсәһе булғыһы килә шул ул. Был ир-ат (бәлки) бүтәнсәрәк аңлаған Мәңгелек төшөнсәһенең ҡатын-ҡыҙ хәсиәтендәге Образы. Лозунг та, ялбарыу ҙа юҡ бында, һалҡынса ғына, ябай ғына, тын ғына һағышланыу бар.6

Гөлназ Ҡотоеваның республика йәштәренең Шәйехзада Бабич  исемендәге премияһын яулаған китабы ла сабыр ғына тауышлы «Күңел томбойоғо» тип атала. Китаптың аннотацияһында ошондай юлдар ҙа бар: «Тормош мәғәнәһен аңларға тырышып уйланыу-эҙләнеүҙәре, ябайлыҡта — бөйөклөк, тип туҡтап ҡалып, тағы ла шул юлда, үҙ-үҙен ҡабатлап асып, тетрәнеүҙәренән, һөйөүҙән, һағыштан туҡылған шағирәнең шиғриәтендә күңел бөтөнлөгөнә, камиллыҡҡа ынтылыш бар. Хистән тулышҡан томбойоғо тулҡыныр тынғылыҡты ул донъяла үҙ урынын табыуҙа, асылын юғалтмауҙа күрә».7

Башҡорт шиғриәтендәге  шағирәләр ижады — феноменаль күренеш ул. Беҙҙен илебеҙҙә, үкенескә ҡаршы, һәм ир-ат етәкселеге, ул сыгарған ҡанун, ҡағиҙәләр шарттарында йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ һан яғынан ирҙәргә ҡарағанда күберәк. Уларҙың рухи талабын ир-ат ижад иткән бейеклектәр генә ҡәнәғәтләндермәй ҙә баһа. Ҡатын-ҡыҙ шиғыр уҡыусыға унынса уйлаған, уныңса һағышланған шиғриәт кәрәк. Ә Гөлназ Ҡотоева ана шул талаптар юҫығынан тороп ижад итә. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙың эске донъяһы — үҙенә бер хәсиәт ул. Шағирә китабын баҫалҡалы ғына исемләһә лә, уның биттәрендә ярһыуҙар, эҙләнеүҙәр, хаттаки, хаос та, эске сабырһыҙ тәҡәт тә бар.

«Күңел томбойоғо» китабын шағирә монологы тип атарға ла мөмкин. Унда ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, уның ярһыуҙары, хәсрәттәре хаҡындағы шиғырҙар бик күп. Дөрөҫ, улар, айырым шиғырҙар рәүешендә яҙылһа ла, бер үк тоналлек һалынған көйҙө лә хәтерләтеп ҡуя. һәр хәлдә монолог ғаилә бөтөнлөгө, яратылыуға, аңлауға сарсау хаҡында.

 

Яттар,

Яттар...

Минме һиңә ятмын?

Һинме минән алыҫая барған? Алыҫайған һайын һин яҡынһың,

 Бәхет  ҡошом минең, йөрәк ярам. Елдәр аша сәләм ебәрмәнем, Ялбарманым һорап осрашыуҙар. Ғаҙабымды йондоҙло күк йотор,

 Алып  китер шауҙырлаған һыуҙар...

Шағирәнең яратҡан  темалары булған кеүек, яратҡан стиле, яратҡан алымдары ла етерлек. Ул, берсә, үҙенең кисерештәрен аңлатыр, яҡлар терәк эҙләгәндәй, күктәргә баға, ерҙен таныш та, ғәзиз дә мөхитенә барып һыйына, ҡайһы саҡта төшөнкөлөккә бирелеп тә ҡуя, әммә Гөлназ Ҡотоева шиғриәтенең төп идеалы — әхлаҡилыҡ һәм әҙәп, тоғролоҡ һәм инанғанлыҡ. Ҡатын-ҡыҙ психологияһының нескәлектәрен шағирә шағирәнә һүрәтләү һәләтенә эйә.

Ә енестәрҙең бер-береһенә һорауҙары күп һәм улар, әлбиттә, мәңгелек. Шул уҡ ваҡытта һәр бәндәнең донъяға, беҙҙе бар иткән Аллаһҡа  ла мөрәжәғәт итеүҙәре аҙ түгел. Гөлназ Ҡотоева ла быларҙан азат түгел. Ул — әсә кеше. Әсәләр бала хаҡына әллә нимәләр эшләргә лә әҙер шул ул. Бьндай шиғырҙарҙы шағирә доға кеүегерәк шыбырлай.

 

Йә  Хоҙайым,

Һиңә  һығыныуҙан

Үҙемә бит рәхәт.

Ҡөҙрәтеңә буйһонорға кәрәк. Төшөндөрҙөң, рәхмәт...

Ҡөҙрәтеңә  ышанырға  кәрәк. Айырылып Ерҙән.

 Кешелек тә яралған бит шулай Хоҙай белгән серҙән.8

(“Йә Хоҙайым…”)

Йәки:

Ҡулдары ҡулыма ҡағылып, Күҙҙәре иркәлән үткәндәй. Баламдың һүрәте!

Күңелем 

                                 Шул нурҙан ябылып киткәндәй.

Сабыр күренгән был ижадта эске ялҡынды тойомламау ҙа мөмкин түгел. Унын әйтеләһе фекере йыш ҡына кисерештәрен ҡыҫтап, әйҙәп алып килә. Был тынғыһыҙлыҡ динамика барлыҡҡа килтерә, әммә ҡайһы саҡта күп һүҙлелеккә лә килтереп ҡуйғылай.

 

Буш һауыт, буш мискә шикелле

Ҡалғанда  ашашып диңгеҙҙә,

Туламы  таш кеүек уйҙарың,

Һөйрәйме  тағы ла иңһеҙгә.

 Иңһеҙгә,  хыялға, тиңһеҙгә,

Ташлаймы  ҡармағын ялмауыҙ,

Елкәндәр, тик алһыу елкәндәр

Ҡабара, ҡалма, тип, ҡалмағыҙ!

«Инһеҙгә» һүҙен инһеҙлек тип аңларғамы икән бында? Булһын ла ти. Ә "ялмауыҙ" тигәне? «Шик»те шулай тасуир итә шағирә һәм төшөнсәнең ҡатмарлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы тәбиғәтен асыумы, һүрәтләүме теләгенән, үтә абстракт буяуҙар ҡуллана. Дөрөҫ, шиғырмын хәбәр һөйләп сығыу түгеллеге хаҡында алдараҡ та әйтеп кителгәйне инде. Ә бына хәрәкәт, хистәр динамикаһы өсөн ундай форманың отошло булыуы ла ихтимал.

  Дәрт,

Мин уны  ялмармын да шулай.

Ялбарыуға һалынмаҫмынмы һуң ул ? Ҡанаттарым талымһыҙ за минең...

Артта ҡалһа, ярылмаҫмы һуң ул

Минең йөрәк ?

Шулай итеп,  Г. Ҡотоева лирикаһы көслө  әҙәби оҫталығы менән баһаланған,уның  ижади фекеренең һәм эстетик ниәтенең киңлеген, үҙенең геройҙары өсөн ихлас ҡайғырыуын билдәләргә кәрәк.

 

 

 

 

 

 

II Г. Ҡотоева ижадында  фольклор традициялары.

 

Һәр бер халыҡтың ауыҙ-тел ижадында ҙур күләмле  жанрҙар менән бер рәттән ритмик яҡтан ныҡлы ойошҡан бер йәки бер нисә һөйләмдән дә, айырым осраҡтарҙа хатта тик һүҙбәйләнештән генә торған, әммә тәрән мәғәнәгә эйә булған ижад төрҙәре бар. Халыҡтың быуындан -быуынға тапшырыла килгән тормош-көнкүреш тәжрибәһе, тапҡыр аҡылы сағылып ҡалғанлыҡтан, уларҙы, ғәҙәттә, афористик жанрҙар тип йөрөтәләр. Ғ илми әҙәбиәттә уларға ҡарата бәләкәй жанрҙар тигән атаманы ла осратырға мөмкин.

Афористик, йәки бәләкәй, жанрҙарҙың иң киң таралған төрҙәре булып тапҡыр һүҙ (поговорка), мәҡәл (пословица) һәм йомаҡ (загадка) һанала. Бынан тыш, ғалимдар фольклорҙың бәләкәй жанрҙары итеп ышаныу, һынамыш, алғыш, ҡарғыш, ант, тиҙәйткес кеүек ижад төрҙәрен һанайҙар. Башҡорттарға иң яҡын ҡан-ҡәрҙәш татар халҡында, мәҫәлән, уларҙың шаҡтай киң таралганлығы билдәле, ләкин башҡорт халыҡ ижады ерлегендә бындай материалдар әлегесә бик аҙ йыйылған, булған хәтлеһе лә бер системаға һалынмаған.

Афористик жанрҙарҙың составы бөтә халыҡтарҙың ижадында ла берҙәй үк булмаҫҡа мөмкин. Яҡут фольклорында, мәҫәлән, тапҡыр һүҙ һәм мәҡәлдәрҙән  тыш айырым кешеләргә, ырыуҙарға  теләк рәүешендә әйтелгән хикмәтле һүҙҙәр барлығы билдәле. Афористик  ижадтың өгөт-нәсихәткә ҡоролған башҡа күп кенә төрҙәре ҡаҙаҡ  халыҡ ижадында киң таралған. Ошондай  уҡ хәлде беҙ башҡорт халыҡ  ижадының үҙенсәлекле бер төрө булған әйтемдәр миҫалында асыҡ күрәбеҙ.9

Шулай уҡ мәҡәл  һәм әйтемдәрҙең фразеологик берәмектәр менән үҙ-ара оҡшаш яҡтары, уртаҡ үҙенсәлектәре бар. Улар барыһы ла составы яғынан тотороҡло була, телмәргә әҙер көйө, ойош берәмек рәүешендә алына. Фразеологик берәмектәр ҙә, мәҡәлдәр ҙә башлыса

күсмә мәғәнәлә ҡулланыла һәм образлы була10. Г.Ҡотоеваның “Һыу” поэмаһында оҫта ҡулланылған фразеологизмдар һәм тапҡыр һүҙҙәр ныҡ тырышһаң, ваҡыт менән бөтә нимә килеп сыға алғанлыҡлы образлы итеп күрһәтә әҫәрҙең телен халыҡсан итәләр:

 

Иәнбирҙенең әйткәне

һыу — ул хәтәр...

һыу — ул хәтер,

Хәйер, кисер!

Бер тамсыла шундай ҡөҙрәт:

Тама-тама ташты тишер.11

(“Сәйәхәт” )

Йәки:

Күңелдәген ете ҡабат үлсәп,

Ете ҡабат  барлап сыҡҡас ҡына,

 Күтәрелеп  баҡтым күҙҙәреңә.

Информация о работе Фольклорные традиции в творчестве Г.Кутуевой