Фольклорные традиции в творчестве Г.Кутуевой

Автор: Пользователь скрыл имя, 27 Октября 2013 в 18:48, курсовая работа

Описание работы

Бик боронғо һәм үҙенсәлекле телебеҙ гәүһәрҙәренең сағылышы булған мәҡәлдәр, әйтемдәр, риүәйәттәр, легендалар, әкиәттәр, йомаҡтар һәм башҡалар бик боронғо ваҡыттарҙан уҡ халҡыбыҙ телендә урын алған. Был курс эшендә беҙ Г. Ҡотоева ижадында фольклор жанрҙарының художестволы сағылышын ҡарайбыҙ.
Фольклор - (инглизсә-халыҡ, кеше һәм аң, белем, ғилем) ул хеҙмәт халҡының быуаттар буйы туплана килгән тормош тәжрибәһен, уның фәлсәфәүи һәм эстетик ҡараштарын сағылдырған музыкаль-поэтик мираҫы. «Фольклор атамаһы үткән быуатта инглиз теленән инеп, фәндә ныҡлы урын алып китә. Һәр халыҡта ул халыҡ ижады атамаһына синоним булып йыш ҡулланыла», - тиелә күренекле ғалим, академик Ғ. Б. Хөсәйеновтың «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлегендә»

Работа содержит 1 файл

Гөлназ Ҡотоева.docx

— 68.27 Кб (Скачать)

 

Мәҡәлдәрҙең үҙенә  иғтибар итәйек: «Мәҡәл-күҙ асҡысы, әйтем-күңел асҡысы», «Мәҡәл әйткән-юл өйрәткән, «Әйтем әйткән-күнел йыуатҡан». Күренеүенсә, халыҡ мәҡәлде быуаттар буйы туплана килгән тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыу ихтыяжына тыуған тип һанай, ә әйтемдәрҙең төп вазифаһы-өгөт-нәсихәт биреү, күңел йыуатыу.

Мәҫәлән Г. Ҡотоеваның “Ике бала” тигән шиғырында осраған  мәҡәл тыуған илде һөйөүҙе образлы итеп күҙ алдына баҫтырыла:

 

Тәгәрәйҙәр икән тауҙан тауға,

 һыуһындарын баҫа ысыҡ  таңда.

"Тыуған тупраҡҡайың ситкә типмәҫ,

 Туғандарың, балам, йәшәй  унда..."

 Тигән һүҙҙәр 

Ята монар булып,

Ямғырҙан һуң йәйғор булып  балҡый,

Ҡустыһының тала аяҡтары,

Күктә, ымһындырып, бөркөт саңҡый. 12

(“Ике бала”)

Афористик жанр төрҙәренә алғыш, ҡарғыш, ант кеүек  ижад төрҙәре лә инә. Был бәләкәй  жанр төрҙәренә миҫалдар ҡарап китәйек.

Халҡыбыҙҙың төрлө  байрамдарҙа, мәжлестәрҙә, йыйындарҙа әйтә торған теләктәре, алғыштары бар. Алғыш-башҡорт халыҡ ижадында һәйбәт кешегә теләк, маҡтау, дан рәүешендә ижад ителгән жанр. Был жанрҙа Г.Ҡотоеваның “Еңеүсе” шиғыры яҙылған:

Уны уйлап халҡым иңрәгәндә,

Уны бер йондоҙға тиңләгәндә,

һәйкәленә киләм  Салауаттың,

 Быуаттарҙы  күңел иңләгәндә.

Ваҡыт ялдарына йүгән һалғас,

Ауыҙлыҡлап аҫау ташҡындарҙы,

Әйт, Салауат, Ғазаптарҙы йотор

Ҡыйғыр йәнең  ҡайҙа ашҡындырҙы?

Ғазаптарҙан йәнең  ярылғанда,

 Хыялыңдан  ваз кисмәгәс уйың,

Эй, Салауат, Ерең — тантанала,

Урамдарҙа бөгөн  — һинең туйың.13

(“Еңеүсе”)

Бында Г. Ҡотоева  башҡорт милли геройына – Салауат  Юлаевҡа дан йырлап яҙа.

Йола поэзияһының ҡарғыш һамаҡтары ла Г. Ҡотоева ижадында осрай:

һыҙлан,

 Йәнем. 

Ҡуҙлан,

Буҙла...

Тик әйләнә күрмә боҙға...

 һыуҙар  йыуып китер тоҙға, 

Гөлтләп янып бөтөр туҙға.

 

Афористик төргә шулай уҡ йомаҡ та ҡарай. Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо һәм үҙенсәлекле жанрҙарының береһе. Уның үҙенсәлеге барынан элек шунда: йомаҡ кешене уратып алған бөтә мөхит, донъяға шиғриәт күҙе менән ҡарап, көндәлек тормошта күҙгә артыҡ ташланмаған иң ябай предмет, күренештәрҙе лә поэтик образ кимәленә күтәрә. Ишек төбөндәге һепертке йә булмаһа үләндәге ысыҡ, өй бүрәнәһендәге ярыҡ йәиһә билгә быуған билбау кеүек ғәҙәти предметтар — йомаҡ жанрының төп предметы һәм объекты. Донъяны, тирә-йүнде образлы итеп һүрәт ләү йәһәтенән халыҡ ижадында йомаҡ менән тиңләшерҙәй тағы берәй жанрҙы табыуы ауыр. Йомаҡ — ул торғаны менән бөтмәҫ-төкәнмәҫ поэзия, халыҡтың үҙен уратып алған донъяны поэтик күҙ менән күрә һәм аңлата беләүенең бынамын тигән бер үрнәге. Йомаҡта беҙ ысынбарлыҡтың поэтик асылын һәм һүрәтләнешен күрәбеҙ14. Г. Ҡотоева ижадында йомаҡ өлгөләре лә осорай:

Тамаҡта – төйөр,

Һағыш – бер өйөр.

Кем кемде  йотор,

Кем кемде  отор?

 

Отош  юҡ бында,

Отолоу  ҙа юҡ.

Йылылыҡ та наҙ – 

Юҡ, тиһәң  дә аҙ.

 

Ялҡтыңмы  йырҙан,

Таптыңмы  ҡырҙан?

Кем ғәйепле, тип,

Йәнеңде ҡырмам.

 

Йотормон,тием,

Түҙемле булып

Отормон, тием…

 

Кем кемде  отор?

Кем кемде  отор?15

(“Парадокс”)

Формаһы яғынан таҡмаҡ менән  йырға, йөкмәткеһенең ҡайғылыраҡ булыуы менән бәйеткә яҡын торған тағы ла бар фольклор жанры осрай Г. Ҡотоева  әҫәрҙәрендә. Ул – сеңләү:

 

Юҡ, күнмәй, һис  күнмәй йәнгенәм,

 һис һүнмәй  өҫтәлдә шәмгенәм:

 Ишелә ғаләмгә  туҡылдау,

 Ишелә ғаләмгә  һулҡылдау.

 

һулҡылдап асылды яралар,

Бөгөн бит һулҡылдап  ил илай.

 Баҫылмаҫ  был дауыл ғәрәсәт,

Юйылмаҫ һис ҡасан  был хәсрәт

 

Иҫкәртер, киҫәтер  өсөнмө

Йотто ул иң ғәзиз  улдарын?!

Тәңренән аңлатыу  һорайым,

Тик күккә һонолған ҡулдарым.

 

Белмәҫтәр атайҙар  улдарын,

Улдары үҫерҙәр  атайһыҙ.

 Был тормош кителгән — Ҡояшһыҙ,

Был тормош киҫелгән бит Айһыҙ.16

(“ Юҡ, күнмәй, һис күнмәй йәнгенәм..”)

Г. Ҡотоева  ижадында йыр формаһында яҙылған  әҫәрҙәр  бар. ЙЫР — фольклорҙың киң таралған жанрҙарының береһе. Башҡорт халҡының йыр мираҫы ла уның күңелендә быуаттар буйы һаҡланып килгән гүзәл музыкаль-поэтик хазина һанала. Йырҙарҙа беҙ халыҡ тарихында булып үткән иң мөһим, иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһын, уның тормош-көнкүрешенең, йолаларының төрлө яҡлап сағылышын, эстетик һәм философик ҡараштарының кәүҙәләнешен күрәбеҙ. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең тыуған илен, батырҙарын данлай, ҡыуанысын һәм шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата:

Тояғынан осҡон  сәсеп саба,

Ярһыуынан атым оса ғына.

Донъя серен йыйған,

Бөтә ғаләм  һыйған

Сал даламдың ҡайнар ҡосағына.

 

Ил-көнөн яҡлап,

Намыҫын һаҡлап,

 Атыла уҡтай,

 Артыла уттай

 Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары  —

Атҡа атлана.

 Аямай йәнен,

 Утҡа ташлана.

(“Ҡыпсаҡ ҡыҙы”)

Был йырҙа  ҡыпсаҡ ҡыҙының етеҙлеге, батырлығы  һүрәтләнә. Боронғо башҡорттарҙың ырыуҙары хаҡында бик күп легендалар, риүәйәттәр бар. Ҡыпсак ырыуы хаҡында ла ундайҙарҙы осратырга мөмкин. Был образ да шиғырға фольклорҙан инеп киткән тейергә була.

“Кисер” тигән йырында, автор яратҡан кешеһенә һөйөүен, һағыныуын күрһәтә: 

Һөйөүемде күккә сөйҙөм,

Йондоҙ булып  янды.

Йондоҙ нуры күңелемә

Наҙың булып тамды.

Ҡушымта:

Һыуға һалдым — һәр тамсыла

 Һинең йөҙөң, йәнем.

 Сәләмдәрең  уятты бит 

Даръяларҙың сәмен.

Ҡушымта:

Упҡындарҙан йолоп  алды

«Кисер» тигән  һүҙең.

(“Кисер”)

Г. Ҡотоева әҫәрҙәре араһында әйтеш формаһында яҙылған шиғырҙар ҙа бар. ӘЙТЕШ — ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, башҡорт халыҡтарында аҡын, сәсәңдәрҙең халыҡ алдында ойошторолған шиғри бәйгеһе, ярышы. Ул, ҡағиҙә булараҡ, думбыра сиртеүе аҫтында башҡарылған. Халыҡ поэзияһының борон-борондан килгән традицион жанрҙарының береһе. Әйтештәргә ырыу-ҡәбилә тормошона бәйле ижтимағи мәсьәләләрҙең, әхлаҡи-мораль мәсьәләләрҙең хәл ителеүе характерлы.17

Әйтештәрҙең элек-электән һаҡланып килгән үҙ тәртибе  булған. Ҡаҙаҡтарҙа, мәҫәлән, әйтештәрҙә ҡатнашыусы аҡындар дүртәр юллы 24 строфа сығарырға тейеш булғандар, уларҙың тәүге алтыһы йыйынды, шиғри бәйгене ойоштороусыны, өсәүһе ярышыусы аҡындың ике күршеһен, тағы алтыһы мал-тыуарҙы данлауға арналған булырға тейеш иҫәпләнгән. Тағы өс строфа юмористик, һуңғы бишәүһе лирик йөкмәткеле булған. Бындай ҡәтғи талаптар, тәбиғи, аҡындарҙан ҙур оҫталыҡ талап иткән.

Фольклор  материалдарына ҡарағанда, әйтеш сәнғәтенең башҡорттар араһында ла заманында киң  таралғанлығы билдәле. Уның классик  өлгөләре итеп «Аҡмырҙа сәсәндең Ҡобағош  сәсән менән әйтешкәне», «Башҡорт батыры Ҡарастың ҡаҙаҡ батыры Аҡша менән әйтеше», «Ике сәсән» кеүек әйтештәрҙе ҡарарға мөмкин.

Егет:

Кил, иркәм, һағышымды  мин һүрәйем,

 Һине, хәҙер көтмәй, тиҙәр, бер күрәйем.

Ҡыҙ:

Сит һүҙенә ышаныусы таянысмы?

 Йән һөйгәнең  ышанмауы аяныслы...

Егет:

Кил, иркәм, хистәреңде мин беләйем,

Кеше һүҙе ышандырмай, бер күрәйем.

Ҡыҙ:

Иән атыуың ысын булһа, ышанмаҫһың,

 Яттар һүҙе  яҙлыҡтыра, беләһеңме?

Егет:

Кил, иркәм, ҡолас  йәйеп ник килмәйһең,

Үкенеүме ҡарашыңды  йәшереүең?

Ҡыҙ:

һағынғандың белгең килһә хәлгенәһен,

 Тышҡа сыҡ  та Айға ҡара, ул тулғанда

Егет:

Кил, иркәм, йондоҙ һүнде, күрмәнеңме,

Хистәреңде мин  алыҫ тип һүрмәнеңме?

Ҡыҙ:

Алыҫайған һайын  ара, яҡынайҙың,

 һөйөү көсө  өмөт менән ышаныуҙа.18

(“Бараһыңмы, алып  барам”)

Был әйтештә ҡыҙ менән егет араһындағы һөйөү тураһында һүҙ бара. Шулай уҡ фольклор традициялары күҙәтелә : “Тышҡа сыҡ та Айға ҡара, ул тулғанда” – был әкмәттәрҙән килгә н мотив.

Шулай уҡ, Г.Ҡотоева  ижадында фольклорҙан ингән образдар бик күп. Мәҫәлән “Һомайғош ҡауырһыны  ” тигән шиғырында, автор Һомай  образын бик урынлы итеп индергән:

һомайғоштан бәхет һораһағыҙ,

һыуҙан ағып килеп алға баҫыр.

 Алдығыҙҙа яныр усаҡ  булып, 

Йыһан ише киңлектәрен  асыр.

Күңел сарсап көткән һөйөү  булып,

 Йондоҙ булып күктә  баҙлап яныр.

һомайғоштоң бәхет күндереүен

 Бәхет көткән кеше  генә таныр,

 һомайғоштан бәхет  үтенегеҙ,

 Саҡырығыҙ уны арып-талмай.

Бәхет көтөп йәшәгәндәр генә

 Был донъянан танһыҡтары  ҡанмай.19

(“Һомайғош ҡауырһыны”)

Был шиғырҙа автор  Һомайғошҡа өмөт – хыялдар менән  ҡарай. Ул кешеләргә бәхет килтерер тип ышана.

ҺОМАЙ (фарсыса һома һүҙенән алынған, бәхет ҡошо тигән мәғәнәлә) — төрки-монгол, фин-уғыр, иран халыҡтарының ауыҙ-тел ижадында һәм телендә әлегәсә һаҡланып ҡалған бик боронғо тәңре исеме, төрлө телдәрҙә ул умай, убай, ымай, май, юмо варианттарында таралған.

Әҙәби-тарихи ҡомартҡыларҙа  һомай исеме тәү башлап руна яҙыулы Орхон-Иәнәсәй ҡомартҡыларында осрай.20

Һомай тәңреһенең исеме төрлө халыҡтарҙа төрлөсә мәғәнә алып киткән. Үзбәк, ҡырғыҙ, хаҡас, шор халыҡтарының ижадында, мәҫәлән, һомай бала-сағаны һәр төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлаусы изге йән сифатында кәүҙәләнә. Этнографик әҙәбиәттән күренеүенсә, һомай бала ятҡылығы күмелгән урында йә булмаһа сәңгелдәк янында йәшәй. Бала тыуғас, сабыйҙы тәү башлап сәңгелдәккә һалғанда, уны саҡырып алыу өсөн айырым доғалар ҡулланыла. Был доға, һомай ташлап киткән тип уйлап, бала ауырыған саҡта ла әйтелә, һәм ул ергә йәйғор буйлап төшә. һомай һәр ваҡыт баланы ҡурсып һәм һаҡлап тора, әсәһе кеүек үк уға күкрәк һөтөн бирә.

Алтай һәм хаҡас  халҡында һомай тип бала тыуғандан  алып ул атлай һәм һөйләшә башлағансы баланың йәненә әйткәндәр. Бынан  һуң инде кеше үлгәнгә тиклем һомай  урынына ҡот һүҙе ҡулланылған, йәғни һомай һәм ҡот һүҙҙәре бер үк мәғәнәлә йөрөгән.

Ләкин күп кенә фольклор-этнографик әҙәбиәттән күренеүенсә, һомай бала-сағаны һаҡлаусы, ҡурсыусы зат ҡына түгел икән. Шул уҡ алтай халыҡ ижадында һомай ер йөҙөндә ғөмүмән кешеләрҙең үрсеүенә булышлыҡ иткән әсә-тәңре сифатында сығыш яһай.

һомай фин-уғыр телдәрендә күп кенә варианттарҙа осрай. Манси һәм хант халыҡтарында, мәҫәлән, ну ми изге күк тәңреһе булараҡ таралған, ул фольклорҙа культур герой исеме менән билдәле мәғәнәне белдерә. Улар уйлауынса, нуми ерҙе яратҡан, уны алтын билбау менән уратып, Урал тауына әйләндергән.

Һомай тәңреһе башҡорт халыҡ ижадында ла киң таралған. Әкиәттәрҙә, мәҫәлән, Һомай осҡан саҡта күләгәһе кемгә төшһә, йәки кемдең яурынына ҡунһа, шул кешегә бәхет килтереүсе мифик ҡош мәғәнәһен белдерә. Борон-борондан килгән ышаныу буйынса, һомай — ул бәхет ҡошо, уны күргән кешене бәхетле яҙмыш көтә. Был мотив «һомай ҡош» әкиәтендә айырыуса асыҡ һаҡланып ҡалған.

Башҡорт фольклорында Һомай тәңреһенең мәғәнәүи яҡтан үҙгәреүе һәм ҡош ҡиәфәтендә таралып китеүе, асылда, башҡорт ҡәбиләләренең һуңғыраҡ замандарҙа Урта Азияла иран сығышлы башҡа ҡәбиләләр менән аралашыуы, хатта һуңғыларының башҡортлашып китеүе һөҙөмтәһендә килеп тыуған күренеш.

Һомай образы эпостарҙа  ла осорай. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосында Урал Һомай һарайына барғанда, Йәншишмә һыуын табыу өсөн Һомай ҡуйған шартты үтәп, уның һеңлеһе Айһылыуҙы табып алып килгәне хаҡында һүҙ бара.

Шулай уҡ беҙ өйрәнгән авторҙың ижадында “Урал батыр” эпосынан килеп ингән образдар ҙа бар. Ул –  Йәнбикә менән Йәнбирҙе:

Шунан Йәнбирҙе әйткән, ти:

Мәңге тынмаҫ хәрәкәт ул —

һыу менән  Ут,

 Ер  менән Күк...

 һыуҙан  алып утҡа һала...

Үҙгәрешһеҙ  тик Мәцгелек...

Йәнбикә:

Утта  яныу, утта дәрт бар,

Утта  — танһыҡ ҡанмаҫ сарсау.

 Утта  йәшәү, 

Һәм

Мәңгелек  хәтеренә япҡан шаршау.

Утта  һөйөү һәм нәфрәт бар...

Утта  һағыш,

Ғәм-хәсрәт бар...

 

“Урал – батыр”  эпосындағы Йәнбирҙе менән Йәнбикә - туфандан һуң ерҙә тереклек — йәшәүҙең башланыуы, кешелекте башлап ебәргән тәүге ҡатын һәм ир. Әҫәрҙә ер йөҙөндәге тәүге кешеләр, хатта ярым аллалар рәүешендә һүрәтләнгән Йәнбирҙе һәм Йәнбикә, ысынлап та, кешелекте башлап ебәреүселәр, уға йән, йәшәү биреүселәр сифатында күҙ алдына баҫа. Улар «ауырыу-һыҙлау күрмәгән, үлем барын белмәгән» кешеләр.

Ҡобайыр     маҡтау, данлау, ололау мәғәнәһендәге йыр. Башҡорт  фольклористикаһында хәҙерге ваҡытта  ҡобайыр бер нисә мәғәнәлә ҡулланылһа ла, дөйөм алғанда ул  дан йыры. Әкиәттәр кеүек үк ҡобайырҙар ҙа  бер нисә төргә бүленеп йөрөтөлә: тыуған ил , батырҙар тураһындағы ҡобайырҙар һәм дидактик ҡобайырҙар.   

Г. Ҡотоева әҫәрҙәрендә  был фольклор төрөнөң киң ҡулланылыуы асыҡланды. Мәҫәлән:

Талҡаҫ  Талҡаҫ,

Инде  бер һүҙ алғас,

Сураш, Әмин, Темәс батырҙарҙың

 Рухын  иҫкә алмау мөмкин түгел,

 Тау  башында ҡорған сатырҙары —

 Яна кеүек дөрләп мәңге-мәңге,

 Иҫләй  уны күлдең ятыуҙары21

 

Был ҡобайыр формаһында яҙылған шиғырҙа автор Талҡаҫ тигән күлде, маҡтай, дан йырлай. Ләкин был шиғырҡобайыр үлсәмен һаҡламаған. Шуның менән ул ҡобайырҙан айырылып тора.

Шулай итеп, халҡыбыҙҙың  тарихы ла, ауыҙ – тел ижады ла, теләге лә сәсәндәрҙең зирәк һүҙендә, ҡобайырҙарында сағылыш таба. Улар шулай уҡ ишеткән ижади ынйыларҙы  – ҡобайыр, эпос, йырҙарҙы хәтерҙәрендә һаҡлап, шуларҙы төп ижадсыһына –  халыҡҡа ҡайтарыр, быуындан быуынға  атап тапшырыр булғандар.

            Беҙ өйрәнгән осраҡта был сәсәндәр  ролен, ысынлап та сәсән телле,  сәсән рухлы Г. Ҡотоева  үтәй.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ЙОМҒАҠЛАУ

 

Г. Ҡотоева ижадында фольклор традициялары киң урын алалар. Улар заман рухын, халыҡтың йәшәү рәүешен төҫмөрләтеүҙәре менән дә әһәмиәтле. Халыҡ ижады өлгөләре киң  ҡулланылған әҙәби әҫәрҙәр бөгөнгө көн китап уҡыусыһына айырыуса кәрәк

Информация о работе Фольклорные традиции в творчестве Г.Кутуевой