Фольклорные традиции в творчестве Г.Кутуевой

Автор: Пользователь скрыл имя, 27 Октября 2013 в 18:48, курсовая работа

Описание работы

Бик боронғо һәм үҙенсәлекле телебеҙ гәүһәрҙәренең сағылышы булған мәҡәлдәр, әйтемдәр, риүәйәттәр, легендалар, әкиәттәр, йомаҡтар һәм башҡалар бик боронғо ваҡыттарҙан уҡ халҡыбыҙ телендә урын алған. Был курс эшендә беҙ Г. Ҡотоева ижадында фольклор жанрҙарының художестволы сағылышын ҡарайбыҙ.
Фольклор - (инглизсә-халыҡ, кеше һәм аң, белем, ғилем) ул хеҙмәт халҡының быуаттар буйы туплана килгән тормош тәжрибәһен, уның фәлсәфәүи һәм эстетик ҡараштарын сағылдырған музыкаль-поэтик мираҫы. «Фольклор атамаһы үткән быуатта инглиз теленән инеп, фәндә ныҡлы урын алып китә. Һәр халыҡта ул халыҡ ижады атамаһына синоним булып йыш ҡулланыла», - тиелә күренекле ғалим, академик Ғ. Б. Хөсәйеновтың «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлегендә»

Работа содержит 1 файл

Гөлназ Ҡотоева.docx

— 68.27 Кб (Скачать)

     Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең тамырҙары боронғо дәүерҙәргә - ҡисса, эпос, дастандарға барып тоташа һәм ысынбарлыҡты художестволы сағылдырыуҙың бик оҙон эволюция юлын үтә. «Әҙәбиәттең башы һәм иң төпкө тамырҙары, әлбиттә, боронғо халыҡ ижады ҡатламында һәм мираҫында ята»,- ти күренекле әҙәбиәт белгесе, академик Ғайса Хөсәйенов. Беҙ өйрәнгән осраҡта сәсәндәр ролен, ысынлап та сәсән телле, сәсән рухлы Г. Ҡотоева үтәй.

Ауыҙ – тел, яҙма әҙәбиәттең барлыҡҡа килеп, үҫешеп, профессиональ  художестволы әҙәбиәттең сәскә атыуында  фольклорҙың мөһим роль уйнауы мөһим. Һүҙ сәнғәте булараҡ, әҙәбиәттең үҫешендә халыҡ ижадындағы теге йәки был эпик ҡомартҡы нигеҙендә яңы  әҫәр ижад ителһә, хәҙерге башҡорт  әҙәбиәтендә Г. Ҡотоева кеүек  әҙиптәрҙең  әҫәрҙәрендә  был  ҡомартҡылар үрнәге художестволы эшкәртелеп, әҫәрҙең нигеҙенә инеп, үҙҙәренсә  ниндәйҙер функция үтәй.

Шулай итеп, талантлы әҙиптәребеҙ  әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының милли  һыҙаттары  бөтә нескәлеге менән  сағылған. Ата-бабаларыбыҙ мираҫ  итеп ҡалдырған ауыҙ - тел  гәүһәрҙәребеҙ- риүәйәт – легенда, хикәйәт, әкиәт, мәҡәл - әйтем, йыр, таҡмаҡ, өләң, һамаҡ, сеңләү, ҡобайыр кеүек ынйыларыбыҙ  халҡыбыҙҙа эстетик зауыҡ тәрбиәләй; боронғо һүҙгә ҡолаҡ һалырға  этәрә һәм өндәй.

Теге йәки был фольклор мотивы, хатта тотош әкиәт, эпос сюжеты телдән-телгә, быуындан-быуынға күсә килә, башҡа халыҡтар араһында ла таралып  китеүсән. Кеше күңеленең иң нескә  тойғоларына ҡағылған фольклор мотивтарын үҙләштергән, әҙәби эшкәрткән әҙәби  әҫәрҙәр мәңгелек йәшәүгә ирешкәндәр. Шуға күрә лә, Г. Ҡотоева шиғырҙары һәр саҡ кәрәк һәм актуаль була.

           

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

           

 

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ  ҺӘМ СЫҒАНАҠТАР ИСЕМЛЕГЕ

Китаптар

  1. Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары. Автор-төҙөүсеһе Ф.А.Нәҙершина. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 2001.- 468 бит
  2. Бейеш, Ә.Ғ. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,1993,-  352 бит.
  3. Галин, С.Ә. Тел асҡысы халыҡта,- Өфө, Китап,1993
  4. Галин, С. А. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады.- Өфө: Китап,                            2004.
  5. Галин, С.Ә. Башҡорт халҡының йыр поэзияһы. Йыр жанрының ҡайһы бер мәсьәләләре. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,  1979. -256 бит.
  6. Ғафаров, Б.Б. Әҙәби тел күрке. Туған әҙәбиәт дәрестәрендә лексик - стилистик күнегеүҙәр. Өфө:Башҡортостан Китап нәшриәте,1994.-104 бит.
  7. Ғәләүетдинов, И. Балалар фольклоры.- Өфө: Китап, 1994
  8. Надршина, Ф. А. Русско-башкирский словарь пословиц-эквивалентов.-     Уфа: Китап, 2008
  9. Псәнчин, В.Ә.   Һүҙ тылсымы- Өфө , Китап, 1996
  10. Хөббитдинова, Л.Ә. Башҡорт әҙәбиәтендә фольклор, - Өфө: Ғилем, 2004

 

Ваҡытлы матбуғаттан мәҡәләләр

 

  1. Ғәниева, Т.  Шағирһыҙ милләт буламы?  // Ағиҙел . - 2008, (№13 ) – 110-113-се  б.

 

Художестволы  әҙәбиәт

  1. Ҡотоева, Г. Күңел томбойоғо. Шиғырҙар, поэмалар. - Өфө: Китап, 2006. – 168 бит

 

Интернет  материалдары

  1. Шәкүрова, Р. Их творчество достойно восхищения // http://vatandash.ru/index.php?article=1487
  2. Башкирские народные сказки // http://bashskazki.ru/

 

 

 

1 Галин С. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө: Китап,2009, 7-се бит

2 Галин С. Тел асҡысы халыҡта. Өфө: китап,1993, 182-183-сө биттәр

3 Хөсәйенов Ғ.Б.Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге,- Өфө,2006.- 248-се бит.

4 Шәкүрова, Р. Их творчество достойно восхищения  // Ватандаш. – 2010. - №1. – 75-76 б.

5 Ҡотоева Г. Күңел томбойоғо. Шиғырҙар, поэмалар. - Өфө: Китап, 2006. - 13-сө бит

6 Ғәниева Т. Шағирһыҙ милләт буламы? //  Ағиҙел. – 2008. - №13. – 110-113-се бит

7 Ҡотоева Г. Күңел томбойоғо. – 2-се бит

8 Ҡотоева Г. Күңел томбойоғо. - 91-се бит

9 Галин С. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. - 147-149-сы биттәр.

10 Ураҡсин З.Р. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2006, 7-се бит

11 Ҡотоева Г. Күңел томбойоғо. -  109-сы бит

12 Ҡотоева Г. Күңел томбойоғо. - 23-сө бит

13 Ҡотоева Г. Күңел томбойоғо. - 3-сө бит

14 Галин С. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. - 179-180 биттәр

15 Ҡотоева Г. Күңел томбойоғо. - 29-се бит

16 Ҡотоева Г. Күңел томбойоғо. - 97-се бит

17 Галин С.А. Тел асҡысы халыҡта. - 123-се бит

18 Ҡотоева Г. Күңел томбойоғо. - 13-сө бит

19 Шунда уҡ. - 56-се бит

20 Галин С.А. Тел асҡысы халыҡта,- Өфө, Китап,1993, 156-се бит

21 Г. Ҡотоева Күңел томбойоғо, Өфө-2006, “Талҡаҫ” 72-се бит

 


Информация о работе Фольклорные традиции в творчестве Г.Кутуевой